Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
14 Февраля 2022, 07:54

Беләктәре көслө, йөрәктәре дәртле

Бәғзеләрҙә Күмертау Тау колледжында гел тау тураһында ғына уҡып ултыраларҙыр тигән ялған фекер тыуыуы ихтимал. 

Беләктәре көслө, йөрәктәре дәртле
Беләктәре көслө, йөрәктәре дәртле
Юҡ, бындағы студенттар төрлө яҡлап үҫешә, әлбиттә, спорт тураһында ла онотмайҙар. Колледж ятағында ауыл малай-ҡыҙҙары йәшәй, шулай булғас, билдәле: көс-ҡеүәт уларҙа ташып тора - эште бәләкәйҙәр күреп үҫкән балалар.
Яңыраҡ ерҙән күтәрелеү (отжимание) буйынса ярыш ойошторғандар. Араларынан таҙараҡ 11 егетте һайлағандар. Көсөргәнешле ярышта 3 егет алға сыҡҡан. Өсөһө лә баһадир, өсөһө лә бәһелеүән. Лидер - Аҙналин Азат, башҡаларҙы әллә күпмегә артта ҡалдырып киткән, колледждың рекордын ҡуйған -  71 тапҡыр күтәрелә алған. Уның артынан Сафонов Александр (51) һәм Фәттәхов Вадим (50) призлы урынды яулаған. 
Тау колледжы батырҙарына бүләк биргәндәр. 
- Азат, һин ҡайҙан әле?
- Яманһарынан.
- Улай булғас, аңлашылды. Яманһары егеттәре борондан шулай батырҙар, беләктәре көслө, йөрәктәре дәртле. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: