Белемле үлмәҫ

"Йәшлек" мәҙәниәт һарайына, атап әйткәндә, район китапханаһына килеп кергәс, үҙеңде гөлдәр баҡсаһына ингәндәй хис итәһең бөгөн. Күҙҙәр ҡамаша, йөрәк шәберәк тибә башлай.

Белемле үлмәҫБелемле үлмәҫ
Белемле үлмәҫ

 Бында йәштәр йыйылды. 

Йәштәребеҙҙең белем алыу форумы. Йәш-елкенсәккә нисек итеп гранттар яҙырға икәнен өйрәтәләр. Дилә Батурина, гранттар яҙыуҙа Көйөргәҙелә иң оҫта кеше, уның алмаған гранты ҡалманы, тап ул өйрәтә йәштәрҙе нисек итеп мөһим документты эшләргә. егет-ҡыҙҙар ҙа буш ҡул килмәгән, ҡайһы берҙәре әҙер гранттар алып килгән. 
Форум әле бара. Көс-ҡеүәт, дарман-дәрт һеҙгә, йәштәр. Белемле үлмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ, еңеүҙәрегеҙ тормошта күп булһын.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас