Ваҡыт

Форумда төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусылар ҡатнаша. Данил Акилов та, ваҡытын табып килеп, үҙенең теләген әйтте, сараны хуплауын белдерҙе. 

ВаҡытВаҡыт
Ваҡыт

Хуплау тигәндән, бөгөн Розалина Ибраһимова ла ҡайтҡан. Ҙур сараларҙан уның ситтә ҡалғаны юҡ, бөтөн эшен ташлаған да, ваҡытын йәлләмәй, бына әле китапханала ултыра.
Уны күргәс, күңелде әллә һағыш, әллә нимә биләп алды. Яңы ғына, бәләкәс кенә булып, редакцияға килеп йөрөй торғайны ла баһа, ҡайҙа ашығаһың ул һин, ваҡыт?
Розалина юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсында уҡый, бер юлы эшләп тә йөрөй, бер түгел, ике эштә. Етмәһә, бына ижтимағи тормошо бар. Барыһы ла уның өлгөһөнә эйәрһә, илдә күптән коммунизм төҙөр инек.
- Көйөргәҙе йәштәре, ҡыҙғанысҡа, бик әүҙем түгел Өфөлә, - Розалина Ибраһимова шулай ти,- Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбуллалар шәптәр, беҙҙекеләргә саҡ ҡына дәрт, берҙәмлек етмәй. Бына бөгөн дә, әйҙә, ҡайтайыҡ тинем, кемеһенең эше бар, кемеһенең тағы нимәһелер бар.... Ваҡыттары юҡ. 

Ҡулынан килһә, Розалина бөтәһен дә күтәрер ҙә алып ҡайтыр ине. 
Нимәһен әйтәһең, донъя һеҙгә ҡала, уның нисек булыуы һеҙҙең быуынға бәйләнгән. Йәш саҡты аҙаҡ үкенерлек итеп үткәрмәҫкә ине. Ваҡыт тиҙ үтә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас