

Икебеҙ ҙә ошо райондан, Баян ауылынан, бөгөнгө көндә Ермолаевола үҙ йортобоҙҙа торабыҙ. Ғаилә ҙурайҙы, шуға күрә өйҙө лә киңәйтергә кәрәк, бының өсөн ошо сертификат ҙур ярҙам булыр. Тормош иптәшем Ләйсән әлегә декрет ялында, мин төҙөлөш буйынса үҙ эшемде алып барам. Ҙур улыбыҙ Искәндәр Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә 1-се класта уҡып йөрөй, ул күберәк йыр-моңға әүәҫ, уртансыбыҙ Иҙелгә 5 йәш тулды, ул спортҡа өҫтөнлөк бирә, мырҙаһы Илдан менән "Тирәккәй" балалар баҡсаһына йөрөй. Атай кеше булараҡ улдарыма тейешле тәрбиә, һау-сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Искәндәр улыбыҙ, яңы йылда ҡыш бабайға: "Ҙур өйҙә йәшәргә теләйем,"- тип яҙған, үҙенә айырым бүлмә булһын тип хыяллана ине ул. Аллаға шөкөр, хәҙер улыбыҙҙың теләге тормошҡа ашыр.
Йәштәрҙең фекере тулы килеш гәзиттә баҫылды.