Морапталды ташлау юҡ

 - Беҙ әлеге көндә Яңы Морапталда йәшәйбеҙ, үҙем мәктәптә тәрбиә эштәре буйынса завуч, тормош иптәшем Азат Марат улы "Киров" хужалығында баш ветеринар булып эшләп йөрөй.

Морапталды ташлау юҡМорапталды ташлау юҡ
Морапталды ташлау юҡ

Улдарыбыҙ Самат һәм Булат игеҙәктәр, улар икенсе класта уҡый, ҡыҙыбыҙ Азалия балалар баҡсаһында. Торлаҡ алыуға сиратҡа торор алдынан, биш йыл көтөргә ҡуштылар, шул ваҡыт үткәс кенә торҙоҡ һәм бына, ике йыл үткәс сертификат алыу бәхетенә ирештек. Морапталыбыҙҙы ташлап китергә уйыбыҙҙа ла юҡ, Алла бирһә аҡсаны өйөбөҙҙө киңәйтеүгә тотонорға планлаштырабыҙ. Йәш ғаиләләрҙе дәртләндереп тороусы Дәүләт программалары булыуына шатбыҙ, йәштәр өсөн был әлбиттә ҙур ярҙам, этәргес. Тик бөгөнгө көн яңылыҡтары ғына әҙерәк күңелде ҡыра, төҙөлөш материалдарына ла хаҡтар арта, илдәр тыныс түгел.

Материал тулы көйөнсә бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас