

Гимназия һандуғастары тураһында әйтәбеҙ. Баш буталған: әллә 30-сы, әллә 40-сы сезондары инде уларҙың.
24 көнө, төшкө аштан һуң, БРГИ йырға күмеләсәк. Һандуғастар быйыл да хәтәр күп, тине беҙгә сараның продюсеры, режиссеры, илһамландырыусыһы Йәүҙәт Усманов - 25 самаһы ҡошсоҡ һайрайым тип тора. Һайрашыуҙар быйыл да шәп булмаҡсы, былтыр, ана, Йәмил абзылары ла хатта, ярһыуҙарына сыҙамай, сәхнәгә сығып киткәйне, быйыл да, моғайын, түҙмәҫ. Репортаж кесе йома көнө буласаҡ.
Фотола Һандуғастың 27-се сезонынан һуң төшкән мәл.