Икенсегә риза түгелмен

Азиза Козина, 11 "А" класс уҡыусыһы: 

Икенсегә риза түгелменИкенсегә риза түгелмен
Икенсегә риза түгелмен

- Бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаштым, шуға бәйле бик күп тәҫьораттар ҡалды. Подиумдан үтеү, үҙеңдең яратҡан шөғөлөңдө барыһына ла асып һалыу, таланттарыңды күрһәтеү кеүек конкурс номерҙарында үҙемде тәүге тапҡыр һынап ҡарау минең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Конкурсҡа әҙерлек өсөн бик аҙ ваҡыт бирелде, ярҙам итеүселәр ҙә булманы, шулай булһа ла барыһын да еренә еткереп әҙерләнергә тырыштым. Икенсе урын алыуыма риза түгелмен, тик шулай ҙа беренсе урын алыусы өсөн ихлас күңелдән шатмын, ул ысынлап та еңеүгә лайыҡ ине. Үҙебеҙҙе һынап ҡарарға мөмкинселек биргәндәре өсөн конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр еткерәм.

"Лицей һылыуҡайы" конкурсы тураһында материал үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас