

Был конкурста ҡатнашырға бер көн алдан ғына тәҡдим иттеләр, шуға күрә әҙерлеккә ваҡыт күп булманы. Шуға ҡарамаҫтан, был эшкә конкурсҡа тулыһынса ижад иленә сумып, ниндәйҙер ләззәт алып, ҡыуанып әҙерләндем. Төнө буйы үҙем менән таныштырыу һүҙен әҙерләп, шиғырҙы ҡат-ҡат ятланым, сығыштарымдың музыкаль яҡтан оҙатылыуын да күҙ алланым. Беренсе урын алырмын тип һис көтмәгән инем, конкурста ҡатнашыу минең өсөн ниндәйҙер илһамландырып тороусы байрам кеүек кенә ине. Ярыш барышында һәр ҡатнашыусының сығышын һоҡланып ҡарап торҙом, уларҙың тулҡынланыуы, тырышыуы сәхнә артында торғанда тағы ла нығыраҡ һиҙелә ине. Ҡыҙҙар менән яҡындан аралашыу оҡшаны, уларҙың барыһының да талантлы, сибәр булыуына иҫем китте. "Лицей һылыуҡайы" конкурсы, йыл да күңелебеҙҙе йылытҡан, сағыу, яҙғы ҡояш нурҙарылай изге бер йолаға әйләнһә ине тип теләйем.