Бына ҡайҙа икән кадрҙар!

Инде нисәнсегә киләбеҙ, ә һоҡланыуҙан һаман туҡтай алмайбыҙ: ҡалай күп ул БРГИла таланттар!

Бына ҡайҙа икән кадрҙар!Бына ҡайҙа икән кадрҙар!
Бына ҡайҙа икән кадрҙар!
Кисәге "Гимназия һандуғасын" әйтәбеҙ, быйыл был проект үҙенең 29 сезонын билдәләне. Әйтеүе генә анһат - 29!
Йәүҙәт Усманов, әллә гел йырлап йәшәгәнгә, ҡартайыу белмәй, йырсыларҙы шул хәтлем күп әҙерләгән, бына ҡайҙа йәшәй икән мәҙәниәткә килер кадрҙар тип уйлап ҡуйҙыҡ. Ҡартайыу тигәндән, БРГИ-ның үргә менә торған тупһалары ныҡ текә, ә тамашалар залы иң өҫтә, менә-менә хәлдән таяһың, ә Йәүҙәт Әфғәнур улы ошо тупһалар буйлап көнөнә әллә нисә тапҡыр менеп төшә (инде нисәмә йыл!). Мәҙәниәттең Олимп тауы тәпәш булмай инде, унда һәр кем менеп етә алмай. 
...30 -лап йырсы сыҡты сәхнәгә, быныһы ярар, балалар балалар инде, дәрттәре ташып тора, уҡытыусылар һуң? Һәр береһе йырсы ла бейеүсе тигән кеүек, улар ҙа тамашасыны ныҡ шатландырҙы. Фәйзуллина Рәзилә менән Яйкарова Әлфиә шулай итеп йырланы, зерә былар уҡытыусы булған, артист булһалар, күптән Халыҡ исемен ала инеләр тигән уй килде. Сәлихова Әлфиә.... Скрипкаһында уйнап ебәргәйне, һәр кем үҙен Ванесса Мэй концертында ултырғандай хис итте. 
Ҡапыл ғына барыһын да теҙеп, һөйләп бөтөрөрлөк түгел, ҡалғаны гәзиттә яҙылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас