Все новости

Нурҙар һүнмəһен

- Йортҡа нигеҙҙе 2016 йылда һала башланыҡ. Быға тиклем йәшәгән өйөбөҙ янды ла йортһоҙ ҡалдыҡ.

Нурҙар һүнмəһен
Нурҙар һүнмəһен

Төшөнкөлөккə бирелеп ултырманыҡ, балаларҙы тапҡас, тейешле итеп үҫтерергə, кеше итергə кəрəк. Янғындан зыян күреүселəр булараҡ, яңы өй төҙөүгə сертификат бирҙеләр, шуға төҙөлөш материалдары алып, башланған эшебеҙҙе дауам итеп, бына, Аллаға шөкөр, осона сығып еттек. Хəҙер ҙур, барлыҡ уңайлыҡтары булған, яңы өйөбөҙгə балалар ҡыуанып бөтə алмай, үҙҙəренең бүлмəлəре булыуы ла шатлыҡлы. Тормош иптəшем Юныс - фермер, 100 гектар еребеҙ бар шуны эш итə, күплəп мал, ҡош ҡорт аҫырайбыҙ. Үҙем яңыраҡ декрет ялынан сыҡтым, ауылыбыҙҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшлəп йөрөйөм. Ҙур улыбыҙ Юргис 8-се, Рəсим улыбыҙ 5-се, ҡыҙыбыҙ Эмилия 2-се класта уҡып йөрөй, бəлəкəсебеҙ Инзираны ҡəйнəм Фирҙəүес Ғəббəс ҡыҙы ҡарашып тора. Буш ваҡытыбыҙҙа, байрамдарҙа ғаилəбеҙ менəн бергə йыйылып, табын ҡороп ял итəбеҙ. Апайымдың, һеңлемдең дə ғаилəлəре ишле, улар менəн бергə йыйылышһаҡ оло һабантуй була ла китә...

Абдуллиндар ғаилəһе тураһында мәҡәлә үткән һанда баҫылды. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: