Все новости

Ҡәҙерҙәрең ҙур булһын

БРГИ-ла үткән "Гимназия һандуғасы"нда таланттар ифрат күп булды, сәхнәгә менеп баҫҡаны ғына 30-лап кеше, 30-лап артист. Ҡулыбыҙҙа гәзиттең бүләге, уны йәнебеҙ ятҡан береһенә бирербеҙ тип алып барғайныҡ. 

Ҡәҙерҙәрең ҙур булһын
Ҡәҙерҙәрең ҙур булһын

Уңға ҡараһаң да талант, һулға ҡараһаң да талант, баш әйләнде, бүләкте, күҙҙе йомоп, ҡайһыһына тапшырғанда ла була - яңғылышмаҫһың.
Алчинова Йәмилә "Урал батыр" эпосын һөйләне. Хәтере һәйбәт ҡыҙҙың, дикция, интонация, тембр - барыһы ла үҙ урынында. Ә үҙе эпостарҙан беҙҙең янға килеп төшкән һылыу кеүек.
Бүләкте тап ошо матур ҡыҙға бирергә ҡарар ҡылынды. Йылайыр районы Исҡужа ауылыныҡы ул..Уҡырға Күмертауға быйыл ғына килгән, тыуған төйәк яман һағындыра бит ул, үҙебеҙҙән алып әйтәбеҙ, беҙҙең дә бәғзеләребеҙҙең бала сағы интернатта үтте. Грамотаға ҡушып, 500 һум аҡса бирҙек - аҡса һәр саҡ кәрәк, бер ҡасан да артыҡ булмай.
Ҡотлайбыҙ, Йәмилә, ҡайҙарҙа йөрөһәң дә, бөтәһенә лә гел кәрәк булып, ҡәҙерҙәрең ҙур булып йәшәргә яҙһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: