Все новости

Ауыр миссия

Бәйге кемдеңдер еңергә, беренсе, икенсе урындары булырға тейеш тигәнде аңлата. 

Ауыр миссия
Ауыр миссия
 Билдәле, был Һылыуҡай һәм Көйөргәҙе батыры конкурсында ла шулай булырға тейеш, тәртибе шулай. 
Әлбиттә, быныһы шәберәк, быныһы аламараҡ тигән кеүек, баһа биреп ултырыуы донъялағы иң ҡыйын эштәрҙең береһе. Беҙ жюри булмайбыҙ, хөкөмдар булғыбыҙ килмәй тип ҡыр талашһаҡ та, еңелдек.
Иң ауыр миссияны барыбер башҡарырға тура килде. Жюри ағзаларының тауыштары барыһының да бер төрлө булманы, ығы-зығыһы байтаҡ булды, шулай ҙа өҫкә һалынған бурысты үтәп сыҡтыҡ. 

1-се урын Луиза Буранова (Яҡут),
2-се урын Гөлнәзирә Вахитова (Илкәнәй) һәм "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһе,
3-сө урын Сабина Ярышева (Яманһары) һәм Азалия Иркәбәева (Яҡуп).
1-се урын Илшат Рамаҙанов (Ермолаево),
2-урын Динар Ғәббәсов (Яҡут),
3-сө урын Рәмзил Йомаҙилов (Яҡут).

Бына ошолайыраҡ һөҙөмтә. Һөҙөмтәһе һәйбәт, беҙҙең ҡарашҡа, һәр хәлдә аҙаҡ арттан баҫтырып  береһе лә әрләп йөрөмәне, егет-ҡыҙҙарҙы ихлас ҡотланылар, сәскәләргә күмделәр. Артабан да күмелгәнегеҙ гел гөл-сәскәләр генә булһын, йәштәр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: