Все новости

Башығыҙҙан таждар төшмәһен

Таж бер генә ҡыҙға тәғәйен. Арҡыры ҡыҙыл таҫма ла бер егеттең генә яуырынына ятырға тейеш.  

Башығыҙҙан таждар төшмәһен
Башығыҙҙан таждар төшмәһен
Һөҙөмтә былай: Гран-ПРИ  Бикмаева Айгизә менән Бикмаев Таһирҙа. 
Икеһе лә Бикмаев, икеһе лә Яҡшымбәт, тура килгәс, килә лә ҡуя икән. Бер силсәүиткә ике Гран-При булырға тейеш түгел тип ҡолаҡҡа шыбырлап та киттеләр, ҡалайтаһың, ошолай килде лә сыҡты, беҙҙекенә бирегеҙ тип, жюри ағзаларына береһе лә һарыҡмы, ҡаҙмы тотоп килмәне, ғәҙел булды. Былтырғы Һылыу Вахитова Гөлфиә һәм былтырғы батыр Абдуллин Таһир, сәхнәгә сығып, быйылғы геройҙарҙы ҡотланы - беҙ ҙә бер йыл элек ошолайтып торғайныҡ.  
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Айгизә, Таһир. ғүмере буйы башығыҙҙан таж, яуырынығыҙҙан ҡыҙыл таҫма төшмәһен - гел алда барығыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: