Все новости

Әле йәшәйбеҙ икән!

Инде ун йылдан ашыу йөрөйбөҙ ошо конкурсҡа, барыһына ла өйрәнеп, бөтәһенә лә күнегеп бөтөп, тыныс ҡына ҡабул итергә була бит, юҡ, Һылыуҡайға килдеңме, тыныслыҡ юҡҡа сыға, йөрәк урынын ташлап китә, аҙаҡ төнө буйы йоҡлай алмай ятырға тура килә.

Әле йәшәйбеҙ икән!
Әле йәшәйбеҙ икән!

Бына быйылғыһында ла шулай булды, әллә йыл һайын ҡыҙҙар сибәрләнә бара, ә егеттәр батырлана бара тигән шикелле, ҡарап туйып булмай үҙҙәренә.

Кисәге тамаша, һәр саҡтағыса, ҙурҙан ҡубып үткәрелде. Дөрөҫ, ваҡыт бик аҙ ине (беҙҙә барыһы ла форс -мажор бит, өйрәнелгән), кемеһелер бер көндә генә әҙерләнгән дә килгән, тик быға бер һылтау бар - йәшлек. Йәш кешегә диңгеҙ тубыҡтан, ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла эшләй алмаҫ эштәре булмай.
Тейәлешеп килделәр. Бына Яманһары өсөн йән атҡандар, бер ылау булып килеп төштө, бына илкәнәйҙәр, Рөстәм Вахитов хатта, йыбанмай, ҙур баннер тотоп килгән - кемдең ҡыҙы ҡатнаша - уныҡы! Яҡуттар.... Әйтәһе түгел, Рәмзиә Әбйәлилова апайҙары бар бит, ул булғанда, Яҡутта һылыуҙар ҙа батырҙар ҙа бөтмәҫ. Рәмзиә үҙе сәхнәлә бейене, ҡапыл ҡарағас, әллә Һылыуҡайҙа ҡатнашҡан кемһелер инде тип уйланылды, ҡартайыуҙы белмәҫ кеше лә була икән.
Яҡшымбәттәр тураһында айырып әйтергә кәрәк. Бая ғына хәлдән тайып ауылдарында ҙур сара үткәрҙеләр, ҡараһаҡ, инде бында йөрөп яталар.
- Фидан, арымайһыңмы ул?
- Гөлшат апалары арымағанды, ул ғына арымаҫ, - һүҙгә Гөлшат Хәйбуллина ҡушыла, ысынлап та, быларға, ошо Һылыуҡайҙан һуң, төн уртаһында, йәнә бер сара үткәрергә кәрәк тип әйт, үткәрәсәктәр!
Олуғтарҙан район хакимиәте башлығының ике урынбаҫары килде, бер үҙҙәре генә түгел, хәләл ефеттәре менән. Урал Ибраһимов, Данил Акилов. Район башлығын алан-йолан ҡаранып көттөләр (килеп инер булһа, әҙәмсә итеп, кейемен систереп ҡаршы алырға кәрәк, күрмәй ҡалмаһындар), тик ул Яҡшымбәттә тотҡарланды тинеләр.
...Биш ҡыҙ һәм дүрт егет. Ошо туғыҙ кеше йөрәк яныуҙарына сәбәпсе булды кисә. Тик был яныуҙың ауыртыуы һиҙелмәне, киреһенсә, рәхәт кенә булып ҡалды - бындай егет-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда, әле йәшәйбеҙ икән.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: