Все новости

Бөтәһе лә ваҡытлыса

Йәштәр - беҙҙең киләсәк тип яҙабыҙ ҙа яҙабыҙ, яҙыу бер эш, уны ғәмәлгә ашырыу икенсе нәмә. 

Бөтәһе лә ваҡытлыса
Бөтәһе лә ваҡытлыса
Кеше ғүмерлек түгел, ҡартая, туҙа, арый, таушала.... Күҙ күрмәй, ҡолаҡ ишетмәй, зиһен томалана башлай. Тәнтрәкләп бөткәнсе, Брежневты кеүек, күтәреп йөрөткәнсе, креслоға йәбешеп ултырырға ярамай. Алмашҡа йәш быуын килергә тейеш. Беҙҙең эштә лә шулай булырға тейеш. Барыһы ла был донъяла ваҡытлыса. 
Ҡыҙғаныс, элек тупһа төбөндә күп егет-ҡыҙҙар тапанһа, хәҙер кәмене - ижадҡа бик тартылмайҙармы, әллә аҡса аҙ түләйҙәр тиҙәрме. Бөгөн Юшатыр редакцияһына Линара килде. Эшкә тип түгел, практика үтергә, барыһын тотоп-ҡапшап, үҙе тойоп ҡарарға. Бәлки, оҡшап та китер, кем белә. Нисек булһа ла өмөт ҙур, йәштәр, килегеҙ, беҙ ғүмерлек түгел. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: