Все новости

Ҡыҙҙар күп, Сөмбөл берәү генә

Көйөргәҙе ҡыҙҙары ҡайҙа йөрөһә лә "Бына мин" тип, башҡаларҙан айырылып йөрөй, гел алдынғылар. Яҡшымбәт һылыуҙары бигерәк тә. 

Ҡыҙҙар күп, Сөмбөл берәү генә
Ҡыҙҙар күп, Сөмбөл берәү генә
Сөмбөл Бикмаева Өфө ҡалаһында уҡый, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның үҙендә. Шәп ҡыҙ ул. Кем грамота алып тора тиһәң, гел ул алып тора. Яңыраҡ башҡалала волейбол ярыштары булған, Сөмбөл шунда ҡатнашып, бөтә Өфө араһында 1-се урынды яулаған! Бер үҙе генә түгел инде, бөтөн команда менән. Шулай ҙа Сөмбөлдөң был еңеүгә кереткән өлөшө ҙур булған. 
Фотоларҙа ҡыҙҙар күп, ҡайҙа бында Сөмбөл? Былайтып һорамаһығыҙ ҙа булыр ине, иң сибәрен күрмәйһегеҙме ни.  Ул 24 һанлы футболкала.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: