Все новости

Ҙур тәжрибә булды

- Бәләкәй сағымдан алып «Һылыуҡай» конкурсын ҡарап бара торғайным. 

Ҙур тәжрибә булды
Ҙур тәжрибә булды

Был мәлде мин ныҡ көтөп алдым һәм, ниһайәт, быйыл ҡатнашырға мөмкинселек бирелде. Үҙемә «еңергә» тигән маҡсат ҡуйып, ныҡлы әҙерлек башланым. Теләгем тормошҡа ашты! Гран-при яуланым!
Мине был конкурсҡа әҙерләгән етәксем Хәйбуллина Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙына, ныҡлы ярҙам күрһәткән атайым менән әсәйемә, беҙҙе әҙерләгән апай, ағайҙарға, байрамда мине ҡеүәтләп торорға килгән туғандарыма, дуҫтарыма һәм “Юшатыр”гәзите төркөмөндә тауыш биреүҙә ҡатнашҡан барлыҡ Башҡортостан халҡына йөрәгемдән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәттәремде еткергем килә. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм уңыштар теләйем.
Был конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә булды. Алдағы тормошомда ҙур үрҙәр үрләргә беренсе аҙымдар яһалды.

Айгизә Бикмаева. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: