Все новости

Яҡты юл

Баяраҡ Ермолаевоның кирбес заводы туҡталышында бер малай тора. Уҙа барһа, 9 йәштер үҙенә. Туҡтаныҡ.

Яҡты юл
Яҡты юл

-Ҡайҙа китеп бараһың бер үҙең?
- РПЛИ-ға.
Төшкә яҡынлашҡан мәл, тимәк, малай икенсе сменала уҡый. Әле был уҡыу йортонда ремонт бара (Юшатыр был хаҡта капиталь ремонт өсөн аҡса килеп төшмәҫ элгәре яҙҙы), ныҡлап керешкән эшселәр. Бер яҡшының бер яманы тигәндәй, балалар ике сменала уҡырға мәжбүрҙәр. Быныһы ярар, Ермолаевонан ҡалаға, бына ошолай, көн һайын автобуста тегеләй-былай йөрөргә нимә мәжбүр итә, янда ғына бер түгел, ике мәктәп бар ҙа баһа.
- Минең абзыйым да шунда уҡый, оҡшай.
— Ну, пошел же, ради бога!
Небо, ельник и песок —
Невеселая дорога…
Эй! садись ко мне, дружок!
Некрасов иҫкә төшөп китте. Архангелдән Мәскәүгә ялан аяҡ барған малай түгел инде был малай, шулай ҙа белем тип китеп бара.
РПЛИ-ға тиклем илтеп ташланыҡ. Яҡшы юлдан йөрөйһөң, бала, ана ҡалайтып, мәктәп матур булһын тип, ағай-апайҙарың тырыша, һеҙгә уҡырға ла уҡырға ғына ҡала.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: