Все новости

Эш телефонда түгел

Йәш быуынды йыш әрләргә яратабыҙ: беҙ үҫкәндә шулай булдыҡ, тегеләй иттек, хәҙергеләр - һеҙ - әллә ниндәйһегеҙ. Телефондан айырыла алмайһығыҙ тигәне иң күп әйтелгәне.

Эш телефонда түгел
Эш телефонда түгел

- Беҙ, мырҙам, үҫкән саҡта өйгә ҡайтып керә белмәнек, көҙөн уҡ атыштыҡ, пугачтан аттыҡ, ҡышын, һыуға бата-бата, сәкән һуҡтыҡ, яҙҙарын өйрәк атыш уйнай инек, ә һеҙ.... - ололар ҡулдарын һелтәп ҡуя, - өйҙә бәйле кеүек ултыраһығыҙ....
Ҡайһылыр ауыл малай-ҡыҙҙарын ошолай әрләгәндә килешәлер, тик Ялсыҡай аулыныҡын түгел. Ере ҡороғаныраҡ урын тапҡандар ҙа, бөтөн донъяларын онотоп, өйрәк атыш уйнайҙар. Ҡайҙа бында телефон ҡайғыһы?
Йыш ҡына беҙ йәш быуынды әрләргә яратабыҙ. Бик йыш был әрләү ерле юҡҡа була - эш телефонда ғына түгелдер.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: