Все новости

Таймаҫовтарға - дан!

Таймаҫовтар районда билдәле фамилия. 

Таймаҫовтарға - дан!
Таймаҫовтарға - дан!
Районда ғынамы? Ейәнсура ятарында ла яҡшы таныш шарифәт (Юнир Таймаҫов унда А7 Агроны етәкләй). 
Яңыраҡ башҡорт теле көнөнә арналған шиғыр бәйгеһе булғайны. Күп кенә уҡыусылар ҡатнашты унда. Әлбиттә. "Юшатыр" гәзите лә ситтә ҡалманы, Грамоталар бирҙе. Үҙебеҙ тапшыра алманыҡ, мәғариф бүлегенә генә биреп ебәрҙек: үҙегеҙ шартына килтереп, маҡтап-маҡтап бирегеҙ. Биргәндәр. Бахмуттан кем алған? Һорайһығыҙ тағын - Таймаҫовтар. Грамота алған алдынғы уҡыусы Айгөл Таймаҫова, етәксеһе - Айһылыу Таймаҫова. Ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә, исемгә тап төшөрмәй, уҡырға-эшләргә булһын.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: