Все новости

Әлиәгә - мәҙхиә

"Әлиә Дәүләтшина "Мисс УГАТУ - 2022" конкурсында еңеү яуланы!

Әлиәгә - мәҙхиә
Әлиәгә - мәҙхиә

"Тамашасы һөйөүе номинацияһында ла ул беренсе!" Ҡала ҡоролтайы тарафынан да махсус призға һам Маҡтау грамотаһы менан бүләкләнде. 'Үҙ милләтең менан таныштырыу" ярышында Кинйә Арыҫланов исемендәге ансамбль етәксеһе Айгөл Ильясова менән бергә "Ғаилә ҡомартҡылары" номерҙарында бик матур сығыш яһанылар".

Мисс УГАТУ конкурсын беҙ ҙә ҡарап барҙыҡ, хистәрҙе үтә ныҡ һиҙҙермәҫкә тырыштыҡ, шулай ҙа Әлиә өсөн яндыҡ. Яныуҙарыбыҙ бушҡа булмаған икән. Бына ошондай һөйөнөслө хәбәр алдыҡ. Әлиә, афарин. Әле һиңә бөтәһе лә, УГАТУ ғына түгел, бөтөн Күмертау мәҙхиә уҡый һымаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: