

- “Юшатыр” тип исемләнгән олимпиада иғлан ителеүен ишеткәс тә, унда ҡатнашырға теләк белдерҙем. Һорауҙар ауыр ғына булды, мин төрлө китаптар, белешмәләр ярҙамында эшләнем һәм үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым. Сараға йомғаҡ яһағанда, иң юғары балл йыйыуымды белгәс, хатта аптырап та ҡалдым, әлбиттә, шатлығымдың сиге булманы. Был олимпиадала ғына еңеүсе булманым, ә ошо уҡ көндө 3-сө БРГИ-ла үткән фәнни-ғәмәли эҙләнеү эштәрендә лә 1-се урын яулап ҡыуандым. Бер юлы ике грамота һәм велосипед менән бүләкләндем. Ошондай фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла саралар ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәттәремде белдерәм.
Был конкурс хаҡында 3-сө БРГИ-ның фәнни методика эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәзилә ИСМӘҒИЛОВАның материалы гәзиттә баҫылды.