

Барлығы 15 бала, уҡытыусылары Нияз Әҙеһамов һәм уларҙы оҙатып барыусы ике атай, Руслан Әҙеһамов, Әлмир Кәримовтар менән тимер аттарға атланып, Абдулдан Кинйә-Абыҙ ауылына юл тотҡандар. Геройҙар ауылын, уның тирәләй урынлашҡан хозур тәбиғәтте һоҡланып күҙәткән улар. Ауыл тирәләй урынлашан тау-урмандар, йылға-күлдәр һәм әлбиттә мәмерйәне лә күрмәй ҡайтмағандар.
Матур урын табып, ағастарҙан ҡыуыштар ҡороп, ял итергә лә туҡтағандар. Арыу ғына ерҙе тимер аттарҙа үткән балаларҙы, шашлык бешереп, көлгә күмеп картуф тәгәрләтеп һәм башҡа мул һыйҙарҙан табын ҡорған өлкәндәр.
Материал тулыһынса гәзиттә баҫылды.