Ғорурланам

Афарин, Арыҫлан! Тағын да беренсе! Әллә исеме Арыҫлан булғанға, арыҫлан һымаҡ көслө! 

ҒорурланамҒорурланам
Ғорурланам

Илкәнәй ауылында йәшәүсе Балапанов Арыҫлан Йәмил улы 1-се кластан дзюдо спорт төрө менән шөғөлләнә. Ул хатта ҡала, район буйынса ғына түгел, ә республика, Рәсәй кимәленә сығып, Силәбе өлкәһендә Усть Катав ҡалаһына барып та көс һынашты. Класташы Илмир Ғайсаровты ла үҙе менән алып спортҡа ылыҡтырҙы. Илмир менән Арыҫлан дзюдо буйынса призлы урындарҙан төшмәйҙәр. Мәктәптә "Көрәш" түңәрәгенә йөрөп, район ярышында ла призлы урындарға лайыҡ булдылар.
- Беҙҙең малайҙар спортта ла алда баралар, уҡыуҙа ла "4"-ле һәм "5"-ле билдәләренә генә уҡыйҙар, - тип ҡыуана мәктәп директоры Әлфиә Наил ҡыҙы Вахитова.
Класташ малайҙары Радмир менән Фәнзил дә уларҙан ҡалышмай..

Әҡлимә ВИЛДАНОВА, Илкәнәй ауыл мәктәбе уҡытыусыһы

Хат тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас