Балаларҙың (ҡайҙан бала булһын, буй еткән егет-ҡыҙҙар) бөгөнгө танатанаһына, ғүмер байрамдарына беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Күҙгә йәштәр килде - бар ине бит беҙҙең дә ошондай ут һымаҡ саҡтар!
Байрам ғәләмәт булды, грамота, маҡтау ҡағыҙҙары алмаған уҡыусы ҡалманы ла, буғай. Өфөнән БРГИ 1999 йылда бөткән данлыҡлы уҡыусылары Улар Килсенбаев ҡотланы. Видеоҡотлау булды быныһы. Мәғариф министрлығынан бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов тәбрикләне, ҡоролтайҙан Әлфиә Шәмиғолова. Беҙ ҙә бер-ике һүҙ ҡыҫтырҙыҡ.
Ҡул саптылар, барабан ҡаҡтылар....
Ғүмер юлығыҙ дауамында һеҙҙе бары тик овациялар оҙата барһын, балалар.