Һәр береһе маҡтауға лайыҡ

Бөгөн шатлыҡлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн.

Һәр береһе маҡтауға лайыҡҺәр береһе маҡтауға лайыҡ
Һәр береһе маҡтауға лайыҡ

Һәр береһе маҡтауға лайыҡ
Яҙ тантана итә урамда,
Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.
Мәктәптәрҙә " Һуңғы ҡыңғырау“
Һағыш өҫтәй яҙға саҡ ҡына.
Эйе, бөгөн шатлыҡлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн. Уҡыусыларыбыҙ, Бала саҡ иле менән хушлашып, оло тормош юлына баҫасаҡ.
Быйылғы уҡыу йылында Яҡшымбәт урта мәктәбен 5 егет һәм 3 ҡыҙ тамамлай. Уларҙың һәр береһе тик маҡтауға ғына лайыҡ.
Хәйбуллин Азамат Илдус улы - уҡыу отличнигы. Теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһына, математика, химия, биология фәндәре буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яуланы. Азамат киләсәк яҙмышын медицина менән бәйләргә теләй.
Ғәлиев Илнур Азат улы физика фәнен үҙ итте. Мәктәп, район данын яҡлап, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашты, призлы урындар алды.
Бикмаев Айбулат менән Фәйзуллин Тимур гуманитар фәндәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнделәр. Айбулат Бикмаев республикала үткәрелгән М.Аҡмулланың тыуыуына - 190 йыл, М. Өмөтбаевтың - 180 йыл тулыуға арналған дистанцион викторинала ҡатнашты һәм 1- се урын алды. Егеттәр тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан бирергә әҙерләнәләр. Фәйзуллин Тимур рус әҙәбиәте буйынса бик күп китаптар уҡый, география фәнен дә яҡын күрә. Районда география буйынса үткәрелгән олимпадала ҡатнашып, призлы урын алды.
Бикмаев Вәсил спорт менән дуҫ. Еңел атлетика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашты, еңеүҙәр яуланы.
Егеттәребеҙ бер нисә тапҡыр ГТО тапшырҙылар, миҙалдар менән бүләкләнделәр.
Ҡыҙҙарыбыҙ Аллабирҙина Азалия, Бикмаева Карина, Сынбулатова Рузана " 4" һәм " 5" билдәләргә генә уҡыйҙар. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади бәйгеләрҙә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар, еңеү яулап, грамота һәм дипломдар менән бүләкләнделәр. Улар - " Йондоҙсоҡтар" өлгөлө ансамбленең алыштырғыһыҙ бейеүселәре.
Уҡыусыларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтергән уҡытыусыларға, ата- әсәләргә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы ла беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, изге фатихаһын биреп торҙо.
Уҡыусыларыбыҙҙың ялдары ла күңелле һәм файҙалы үтте. Мәктәп хакимиәте һәм ата- әсәләр ярҙамы менән изге тауыбыҙ Торатауға күтәрелдек, йырҙарҙа йырланған йәмле Ағиҙелдә пароходта йөҙҙөк, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалаларының тарихи урындары менән таныштыҡ, район, республика музейҙарында булдыҡ, спектаклдәр, кинофильмдар, концерттар ҡараныҡ, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ, "Юлдаш" радиоһы һәм " Тамыр"ға ҡунаҡҡа барҙыҡ, аквапаркта рәхәтләнеп ял иттек. Шулай итеп күңелле мәктәп йылдары күҙ асып йомғансы үткән дә киткән.
Уҡыусыларымдың алдағы тормоштарындағы үрләйһе тауҙары, йөрөйһө юлдарында тик уңыштар юлдаш булыуын, изге кешеләр, тоғро дуҫтар ғына осрауын теләйем. Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларым!
Изге теләктәр менән 11- се класс уҡыусыларының класс етәксеһе Р.Ә. АЙҘАРОВА

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас