Ысын кеше булып ҡалығыҙ

Ҡәҙерле сығарылыш синыф уҡыусылары!

Ысын кеше булып ҡалығыҙЫсын кеше булып ҡалығыҙ
Ысын кеше булып ҡалығыҙ

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора.
Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмеребеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - баласаҡ менән, ошо мәктәп менән үткән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙҙы хәбәр итә.
Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын! Юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡалабыҙға кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Фотола Күмертауҙың 2019 йылдағы сығарылыш уҡыусылары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас