Ябай ғына һүрәтте төшөрөргә лә эшкинмәһәң, кем рәсем төшөрә белә, уларға һоҡланып ҡарайһың - ҡайһы ерҙәрҙә тыуҙы икән был кеше?
Елизавета Ворошилова Керәүле-Илюшкинола тыуған, шунда үҫкән, Керәүленең гүзәл тәбиғәтенә һушын юя яҙып ғашиҡ булған ҡыҙ. Рәссам. Ҡайҙан килгән һәләттер был, әлбиттә, бында ата-әсәһенең дә өлөшө бик ҙурҙыр.
Бөгөн Елизавета еңеү яуланы. Республика конкурсында призер булды. Бер юлы атаһы менән әсәһен дә ҡотлағандар, бындай талантлы ҡыҙҙы үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡотлайбыҙ барығыҙҙы ла, Елизавета һине, Игорь Леонидович һәм Надежда Николаевна, һеҙҙе лә.