Рәсемдәр конкурсында икенсе урын алды, Өфө буйлап сәйәхәт ҡылды, янда ата-әсә. Һәм Каринэ Хәбированы күрҙе. Күрҙе генә түгел, бергә фотоға төштө. Республикалағы иң матур ҡатын тип күптән уға һоҡланып ҡарай ине, бына янында үҙе баҫып тора.
Бәхетле мәлдәрең тормошоңда тағы ла күп-күп булһын, Елизавета.