Бер үҙе түгел, ата-әсәһе менән.
Хәтәр бит, был Гагарин кубогының рәсем буйынса ярышында 120 000 кеше ҡатнашҡан! Шулар араһынан икенсе урынды яула әле!
Байтаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Игорь һәм Надежда - ата-әсә булараҡ, әллә кемдәр, уларҙың ҡыуанысын аңлап була: бер ҡыҙҙары рәсем буйынса еңде, икенсеһе, РПЛИла уҡығаны, Валерия, Өләсәйем һандығы тигән конкурста бөгөн генә еңде (аҫтараҡ был турала яҙылды). Өс ҡыҙ үҫтерәләр, өсөһө лә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп торалар.
- Елизавета, Керәүлелә башлыҡ булһаң (атайың кеүек) иң тәү сиратта нимәне яҡшыртыр инең?
- Юлдарҙы.
Материал тулы килеш киләһе һанда сыға.