

- Мин быҙауҙар ашатырға ныҡ яратам. Беҙҙә улар күп, ә береһенең маңғайында хатта йондоҙ бар. Сепейҙәребеҙ ҙә күп, уларҙы ла ашатам. Ҡуяндарым да бар, тик берәүһе аурып алды. Әтейемә ярҙам итергә яратам, бәләкәй көрәгем, тырмам да бар.
Ҙурайғас, полицейский булырға хыялланам. Тәртипһеҙҙәрҙе тотасаҡмын. Шулай уҡ Өфөгә конкурсҡа барғым килә. “Һаумы, һаумы, әкиәт”кә мине видеоға төшөрөп ебәргәйнеләр, әгәр ҙә еңһәм, Өфөгә барасаҡмын.