

Уның ҡыйыулығына үҙем дә һоҡланып ҡуям. Ейәнемдең аттарға булған һөйөүе бәләкәйҙән. Ат сабыштарында 4-се йыл ҡатнаша инде хәҙер. “Терра Башҡортостан 2021” ат-спорт турнирының алтынсы этабында ҡатнашыу мөмкинселеге тейҙе уға. Көйөргәҙе районы һабантуйында йыл һайын ҡатнаша, быйыл 3-сө урын алып ҡайтты. Яҡшымбәт һабантуйында ла 3-сө урын алып ҡайтҡас хатта ҡыуандыҡ. Үҙенең дәрте ташып тора бит, өйҙә беҙ уның өсөн хафаланабыҙ, янып көйөп ултырабыҙ. Яҡшымбәткә ярышҡа Айгиз Хөсәйенов абзыйы менән кисен үк һыбай киттеләр, барып урынлашҡансы, аҙаҡ ҡайтып еткәнсе уйланып ултырҙым.
Сәриә МӘЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы
Материал тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды.