

- Мәктәп йылдары бик ҡыҙыҡлы үтте. Химия фәне күңелемә яҡын булды, шуға ошо фәнгә күберәк иғтибар бүлдем (Ирина Петровна Савельеваға ҙур рәхмәт). Һөнәремде лә тап химия менән бәйләргә уйлайым. Башланғыс кластарҙан алып тик бишле билдәләренә генә уҡырға тырыштым. Төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым. Уҡыу дәүерендә шулай уҡ эҙәрмәндәр отряды рәтенә индем уны беҙҙең физкультура уҡытыусыһы Салауат Мәхмүт улы Сатыбаев етәкләй. Отряд менән Ростов, Волгоград өлкәләренә һәм Ҡырымға барып ҡайтыу мөмкинселеге тейҙе. Уҡытыусылар һәм ата-әсәйем бар яҡтан да гел ярҙам итеп торҙолар, уларға рәхмәтлемен.