"Мин һеҙҙе ныҡ яратам"

Аделия ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА, РПЛИ-ны миҙалға тамамлаусы: 

"Мин һеҙҙе ныҡ яратам""Мин һеҙҙе ныҡ яратам"
"Мин һеҙҙе ныҡ яратам"

- Мәктәп һәр кешенең тормошонда иң мөһим баҫҡыстарҙың береһе булып тора. Мәктәп йылдарын бер ҡасан да бөтмәҫлек иң бәхетле мәл тип һанайбыҙ. Үҙебеҙҙе күптән инде яҡынға әйләнгән яҡты класс кабинеттарындағы парталар артында оҙон оҙаҡ ултырырбыҙ тип хис итәбеҙ, тик мәктәп менән хушлашыу мәле тиҙ килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.
Лицейҙа уҡыу дәүерендә класташтарым, уҡытыусыларым минең өсөн яҡын кешеләргә әүрелде. Улар һәм ғәмһеҙ мәктәп йылдары минең хәтеремдә мәңге һаҡланыр. Беҙҙең өсөн башҡарған изгелектәре өсөн лицейҙа эшләгән барлыҡ педагогтарға ла рәхмәттәремде юллайым.
Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, түҙемлелегеҙ, беҙҙе аңлап бар яҡтан да ярҙам ҡулы һуҙғанығыҙ, иғтибарығыҙ, биргән белемегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ, кешелеклелегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Икенсе атай-әсәй урынына булдығыҙ. Һеҙгә бәхет, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Шулай уҡ мине аңлап бар яҡтан да миңә таяныс булған ата-әсәйемә Фәнзил Ғәйнулла улы һәм Динара Фәнил ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен.
Атай-әсәй, һеҙ мине хәстәрләп үҫтерҙегеҙ, гел ярҙам итеп, кәңәштәр биреп тораһығыҙ. Мин һеҙҙе ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм. Бәхетле бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Гел шулай иҫ киткәс яҡшы кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы, иҫән-һау һәм бәхетле булыуығыҙҙы теләйем.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас