"Рәхмәтлемен"

Валерия АРТЕМЬЕВА, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһын миҙалға тамамлаусы: 

"Рәхмәтлемен""Рәхмәтлемен"
"Рәхмәтлемен"

- Күрше Свобода ауылынан булһам да Таймаҫ мәктәбенә 1-се кластан алып йөрөп уҡыным. Башланғыс кластарҙа ата-әсәйем йөрөттө. Ҡыш көндәре генә юлда йөрөү ауыр булды, шуға ҡарамаҫтан мине ошо гимназияға уҡырға биргән ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Бында мин үҙемә тоғро дуҫтар таптым, улар менән артабан да бәйләнештә булырбыҙ, осрашып торорбоҙ тип ышанам. Уларға алда тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем. Гимназия уҡытыусыларына биргән белемдәре, тәрбиәләре өсөн рәхәттәремде юллайым. Башланғыс кластарҙа ҡурсалап, беренсе аҙымдарымды хуплаусы Динә Ғәйфетдин ҡыҙы Атйетәроваға ҙур рәхмәт. Мин үҙемдең профессиямды лингвистика менән бәйләргә уйлайым. Инглиз теле уҡытыусыһы Фәнилә Ғәдән ҡыҙы Мәһәҙиеваға имтиханға әҙерләнеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Яратҡан уҡытыусым, класс етәксебеҙ Оксана Викторовна Исмәғиловаға мин шул тиклем рәхмәтлемен.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас