Өсөнсө өлөшө - үҙемдеке!

Айлина ҠОТЛОБАЕВА, Яңы Мораптал мәктәбен миҙалға тамамлаусы: 

Өсөнсө өлөшө - үҙемдеке!Өсөнсө өлөшө - үҙемдеке!
Өсөнсө өлөшө - үҙемдеке!

- Миҙалға эйә булыуым минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс.
Уның бер өлөшө - уҡытыусыларыма, икенсе өлөшө - атайым менән әсәйемә һәм өсөнсө өлөшө - тап үҙемдеке инде! Ысын күңелдән рәхмәт һүҙемде белдерәм уҡытыусыларыма, атайыма һәм әсәйемә!
Мәктәп йылдары күңелдә мәңгелеккә ҡала торған осор. Бик күп шатлыҡлы ваҡиғаларға тулы ул. Дуҫтарым да ихлас шаяндар, дәртлеләр һәм тоғро булдылар.
Мәктәп мине төрлө яҡтан тормош юлына әҙерләне һәм шулай уҡ туған телемә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятты. Киләсәгемде лә мин ошо өлкәгә бәйләр инем.
Үҙемдең класташтарымды һәм мәктәп тамамлаусы бөтә уҡыусыларға ла уңыштар теләп ҡалам.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас