

- 1-се һанлы “Гармония” мәктәбен тамамланым һәм алған белемем миҙал менән билдәләнеүенә сикһеҙ шатмын. Был минең генә уңышым түгел, ә әсәйем Светлананың да өлөшө ҙур. Ул мине һәр саҡ ҡеүәтләп, илһамландырып торҙо. Лайыҡлы белем биргәндәре, урынлы кәңәштәре, миңә булған өмөттәре өсөн уҡытҡан уҡытыусыларыма, шулай уҡ ярҙам иткән репетиторҙарыма ла күңелемдәге рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Киләсәктә лә уларҙың ышаныстарын аҡлармын тип ышанам.
Үҙем дизайнерға уҡырға керергә хыялланам, ләкин инглиз теленән яҡшы һөҙөмтәләр булһа, лингвистҡа ла кереп ҡарарға уйлайым. Барлыҡ 11-се класты тамамлаған уҡыусыларға ла уңыштар һәм алдарына ҡуйған маҡсаттарының һис шикһеҙ тормошҡа ашыуын теләйем. Барыбыҙға ла хәйерле юлдар!
Сығарылыш уҡыусыларына арналған материалдар гәзиттә кисә баҫылды.