Йән йылыһы

Йомағужа ауылының Йәштәр урамы был көндө оҙаҡ көттө.  

Йән йылыһыЙән йылыһы
Йән йылыһы

Йорт һалып ултырттылар, ә газ юҡ. Электр менән йылыта инеләр өйҙәрен, ай һайын, бының өсөн, 10 меңгә яҡын аҡсаңды һыпыралар ине. Бына хәҙер газдары бар, иң тәүге булып йорттарына газды Яппаровтар индерҙе.
Фәнүз менән Гүзәл Яппаровтарҙың шатлығын уртаҡлашырға тип, беҙ ҙә барҙыҡ. Ныҡлап һалынған ҙур матур йорт, ишек алды - сәхрә. Ғаилә хужаһы беҙ барғанда өйҙә юҡ ине, эштә, Гүзәл генә бөтөрөнөп йөрөй, плитәһендә әллә нисә кәстрүл ҡайнап, шыжлап ултыра - газда.
- Ғәйепкә бөкмәгеҙ, ремонт бөтмәгән, - хужабикә уңайһыҙланғандай итә, кухняның стеналарын һыларға кәрәкме, нимә эшләргәлер, ҡараныҡ: һин дә минсе, бының нимәһенә ремонт кәрәк икән тигән шикелле, бер-беребеҙгә (хәбәрсе менән) ҡараштыҡ. Беҙҙә бындай йорт булһа! Ҡалала, ысынында, ялың ял түгел, тынсыу фатирҙа ят әле аптырап. Бейек түбәле, иркен бүлмәле бындай йорт төшкә генә керә, бала саҡ иҫкә төшөп китте - әллә ихаталағы анауы үләнгә ятып аунайһы.

Материал тулы килеш киләһе йомала гәзиттә баҫыла. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас