Бөтә яңылыҡтар

Ҡарама беләккә

Беҙ уның тураһында нисә тапҡыр яҙҙыҡ икән? Иҫәбе-һаны юҡ. 

Ҡарама беләккә
Ҡарама беләккә

Бына ул бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Малик Емилов. Яҡуп батыры. Батыр тигәс, көрәштәрҙә гел беренсе урындар яулағас, Маликты беҙ ҙур кәүҙәле бәһелеүән тип күҙ алдына баҫтырған инек. Әле килеп инде...
Эш кәүҙәлә түгел - ошо әйтемгә йәнә бер ҡат инандыҡ.
Малик быйыл Яҡуп мәктәбен бөттө, туғыҙынсыны. Быйылдан, Алла бирһә, Ишембайҙа уҡый башлай - нефть колледжында. Ишембайҙар Маликты үҙҙәре саҡырған - кил, беҙгә ундай егеттәр бик кәрәк. Уҡып бөткәс, Себер сығып китермен тип хыялдары менән бүлеште батыр.
- Яҡуп мәктәбендә уҡытҡан барыһына ла ҙур рәхмәт, бигерәк тә, Самат Туйгилдинға.
Көрәш яраштарына бәйле, 15 йәшлек кенә егет Башҡортостанды арҡыры-буйы йөрөп сыҡты, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә булды, еңеүҙәр менән ҡайтты, әлбиттә.
- Иң ҙур еңеүем Ҡазанда булды, бында мин Рәсәй чемпионы исемен яуланым.
Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә - киләсәгең яҡты булһын, Малик, торараҡ тыуған ауылыңа ҙур ҡунаҡ булып ҡайтып төшөргә яҙһын:
- Кем килгән ул, ҡыҙыл балаҫтар йәйгәндәр, оркестр тора, ҡымыҙ, сәк-сәк тотоп, ҡыҙҙар баҫҡан?
- Ишетмәнеңме ни, беҙҙең Малик Марселевич ҡайтып килә бит.

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас