Гел ҡояш бул

Кем менән ултырғаныңды белеп ултыр тигәнде саҡ ҡына үҙгәртеп, бөгөн үҙ-үҙебеҙгә: кем менән эшләгәнеңде белеп эшлә тибеҙ. 

Гел ҡояш булГел ҡояш бул
Гел ҡояш бул
"Юшатыр"ҙың яуаплы сәркәтибе Айгөл Халиҡова өсөн сираттағы тапҡыр ҡыуанып ултырабыҙ, сыҡһа ла сыға беҙҙең яҡтарҙан кешеләр! Әлеге осраҡта Айгөлдөң ҡаҙанышы тураһында ла түгел һүҙ, тормош иптәше Рөстәм менән бергә булған ҡаҙаныштары - ҡыҙҙары Наҙгөл тураһында. 
Наҙгөл Халиҡова "Башҡортостан балалары ҡаҙаныштары" исемле энциклопедияға эләккән! Ниндәй эштәре өсөн - барыһы бергә: уҡыуҙа шәп, өҫтәүенә, йырлай, бейей, һүрәт төшөрә. Һәр яҡлап талант!
Типографиянан яңы ғына сыҡҡан энциклопедияны әле генә редакцияға килтергәйнеләр. Асһаҡ, эсендә - Наҙгөл.
Һыуыҡ, ҡараңғы йәй көнөндә ҡояш сыҡҡандай булды. Наҙгөл үҙе лә ҡояш һымаҡ ҡыҙ ул, афарин, балаҡай. Үҙеңдең юлыңды ла, башҡаларҙыҡын да гел шулай яҡтыртып, йылытып бар. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас