Искра хужалығында үҙ эшен яҡшы белгән, уны һөйгән кешеләр эшләй.
Кооператив водителе Наил Собханғолов оҫтаханала машина йүнәтә, бер үҙе түгел, эргәһендә өс ҡыҙы, бер улы һәм Күмертауҙан килгән ҡунаҡ ҡыҙ ҙа бар. Икмәк ағаста үҫмәй, уны, бына шулай, тырышып, ҡай саө майға буталып та табалар икәнен балалар ҡыҙыҡһынып ҡарап торған. Үҫкәс, эшләр-йәшәр урын тип, улар ауылды һайлармы - ҙур һорау, әммә тәрбиә шәп, атанан күргән - уҡ юнған, ер кешеһенә һөйөү уларҙа барыбер ҡаласаҡ.