Улар килеп ингәйне, әйтерһең, бөтөн ҡоршау, кәртәләр алып ташланды - бүлмәләр яҡтырҙы ла китте.
Лиана Бәширова, Эсмерала Мырҙабаева. Береһе Яҡуп ауылы, икенсеһе Күмертау ҡалаһы ҡыҙы. Каникул мәле бит, рәхәтләнеп ял итеп йөрөйҙәр. Лиананы күптәр белә, Юшатыр конкурсында ҡатнашҡаны булды уның, беҙҙән бүләк тә алғайны, ул саҡта бәләкәс кенә ҡыҙыҡай ине, әле баш аша ҡарап тора .
- Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға барам, - Лиана пландары менән уртаҡлашты, - шәфҡәт туташы булам, аҙаҡ юғары уҡыу йортона керергә ине иҫәп, кешеләрҙе дауалағым килә.
Эсмерала әле мәктәптә уҡый, ул да алға ҡарап йәшәгән кеше, үҫкәс, полиция булам тип хыяллана.
"Ата-әсә - уйы бала, баланыҡы - сикһеҙ дала". Һеҙҙең алда башланмаған тормош юлы ята, уны, әле беҙҙең бүлмәне яҡтыртҡандай, гел яҡтыртып барырға яҙһын. Кем булһағыҙ ҙа бәхетле кеше булығыҙ. Беҙҙән фатиха.