Ундайҙар булһа, тиҙҙән улары ла ҡалмаҫ. Илфат - көрәш батыры ("Юшатыр" егеттең һәр еңеүе тураһында яҙа барҙы), быйыл ғына ул көрәштәрҙә еңеп, һарыҡ менән быҙау алды. Батырыбыҙ әле ҡайҙа? Беҙ уны Күмертау сауҙа йортонда, әллә күпме өйөрөлөп йөрөгәс, эҙләп таптыҡ.
- Хиджама ярҙамында кешеләрҙе дауалай башланым, - Илфат Сауҙа йортонда үҙенә бүлмә алған, - уҡып ҡайттым да, массаж яһауға, хиджамаға тотондом. Артабан энә ҡаҙау ысулына ла уҡырға иҫәп бар.
- Көрәшсе егеттең, бигерәк тә, Нефть университетын уҡып бөткән кешенең, тормош юлы ҡапыл ошо яҡҡа китеп барыуына нимә сәбәпсе?
- Үҙем көрәшкәс, гел төрлө йәрәхәттәр алдым. Үҙемде-үҙем дауалай башланым тиергә була, ҡыҙыҡһыныу тыуҙы, шунан... бына әле ошонда халыҡты ҡабул итәм.
- ...Әйткәндәй, һарыҡ менән быҙау ҡайҙа?
- Тыуған ауылым Көйөргәҙелә һарайҙа торалар.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла.