Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
18 Августа 2022, 16:42

Хәким малайҙары

Яманғол ауылы егеттәре борондан үҙҙәренең булдыҡлығы менән дан тота. 

Хәким малайҙары
Хәким малайҙары

Уландар "атанан күргән..." тигән мәҡәлгә әле лә тап төшөрмәй. Дөрөҫ, күбеһе ситтә йөрөй, тимәк, дандарын тағы ла алыҫыраҡ тарата.
Ағалы-мырҙалы Рәмил менән Рәсүл Хәким улдары Бәлхиевтар ҙа ҡырҙа эшләй - ГазЭнергоСервис-Урал тип аталған ойошмала. Арматурщиктар! Бында улар иң кәрәкле эшселәр һанала, оҫта, үҙ эшен яҡшы белгәнде хәҙер табыуы ла ауыр, шуға егеттәрҙең ҡәҙерләп кенә йөрөтәләр.
Яңыраҡ конкурс булған. Һөнәри оҫталыҡ буйынса. Рәмил дә, Рәсүл дә, был бәйгенең беренсе этабында ҡатнашып, беренсе урынды алғандар! Киләһе этап Яңы Уренгой ҡалаһында үтәсәк. Ышанабыҙ, бер туғандар бында ла һынатмаҫ - яманғолдар бит улар, Хәким малайҙары!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: