Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
15 Сентября 2022, 09:51

Онотолмаҫлыҡ ял

“Йәйләү” лагеры Мәрйәм Бураҡаева программаһына нигеҙләнеп төҙөлгән.

Онотолмаҫлыҡ ял
Онотолмаҫлыҡ ял

Йәйге каникулдарымды тағы ла йәмләп, миңә "Йәйләү" - балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе лагерға барып ҡайтыу бәхете тейҙе.
“Йәйләү” лагеры Мәрйәм Бураҡаева программаһына нигеҙләнеп төҙөлгән. Унда төрлө яҡлап балаларҙың һәләттәрен үҫтерәләр, туған телдә саф, матур аралашыу байлығын үҫтерәләр, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын өйрәтәләр, шулай уҡ ижад, спорт та ситтә ҡалмай. Лагерҙа балаларҙы яратҡан, үҙ эшен яҡшы белгән тәрбиәселәр, педагогтар эшләй.
Бар яҡлап та уйланып, ойошторолған лагерҙа миңә бик оҡшаны. Эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы ял итеү урынында, үҙемә бик күп яңы дуҫтар таптым, бер-беребеҙгә гел ярҙам итеп, хуплап торҙоҡ.
"Йәйләү"гә мин, уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшеп, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаным өсөн барып эләктем. Тырышлыҡтарымды күреп, мине ошо лагерға ебәрергә тәҡдим иткән, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге методисы Рәмилә Миңнияз ҡыҙы Рахманғоловаға рәхмәтлемен.

Сулпан КЕЛОВА, Ермолаево ауылы.

Сулпандың хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: