Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
29 Сентября 2022, 12:03

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Тәүзифә Сәйфетдин ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Маяҡ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Тәүзифә Сәйфетдин ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен. Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларығыҙ исеменән улың Юлай, киленең Сәлимә һәм ейәнең Салауат.

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек
Автор:
Читайте нас: