Йәштәр - беҙҙең киләсәк
6 Октябрь 2022, 10:52

Яңынан асыр

Заманы етте: мәктәпкә эшкә йәштәрҙе арҡан менән дә һөйрәп килтереп булмай.

Яңынан асырЯңынан асыр
Яңынан асыр

Сәбәпте төрлөсә табалар: аҡсаһы юҡ, эше ҡот осҡос ауыр (ҡағыҙ эше бигерәк тә), шәхси тормошоңа ваҡыт ҡалмай, фәлән дә төгән.
Шулай ҙа педагогиканы үҙ иткәндәр беҙҙең арала күптәр әле. Бөгөн тап шундай, киләсәктә уҡытыусы булам тигән, балаларҙы Күмертау педагогия колледжы үҙенә йыйҙы. Шәп уҡытыусы булыр өсөн эште нимәнән башларға - уҡыуҙан, колледж буйлап сәйәхәт ҡылды килгән балалар, стеналарын тотоп ҡараны тиергә була. Аҙаҡ концерт була. Районда ла уҡытыусы булам тип йән атҡандар бар икән - Таймаҫтар, улар тулы бер состав менән килгән. Үҙҙәрен эйәртеп килгән уҡытыусылары Алиса Тунасова менән Люциә Әлмөхәмәтовалар ғүмер буйы мәктәптә эшләмәҫ, уларға яҡшы алмаш кәрәк. Быны балалар яҡшы аңлай. Тиҙҙән, бер нисә йылдан, әлеге уҡыусылар мәктәп ишеген яңынан асыр, хәҙер инде уҡытыусы булараҡ тип ышанғы килә. Кем әйтмешләй,  "Учитель - это призвание". 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас