Юрист, гитарист, активист

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «7 Егет» проектының 4дүртенсе миҙгеле бара. 

Юрист, гитарист, активистЮрист, гитарист, активист
Юрист, гитарист, активист

Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан 7 егет ҡатнаша. Беҙҙең Көйөргәҙе данын Инсаф Йәмилов яҡлай. Юрист, гитарист һәм рухлы активист тип таныштырҙы ул үҙе менән.
- Был проектҡа барырға күптән теләгем бар ине. Атайымда йыл һайын бар ҡатнаш тип этәрҙе. Ваҡыттың юҡлығы, кешегә эшләүем тотоп торҙо. Быйыл үҙемдең эшемде асып, үҙ-үҙемә хужа булғас ҡатнашырға булдым. Бәйгелә төп приз - башҡорт тоҡомло ат тигәс тағы ла сәмләнеп киттем. Ғариза ебәреп ҡараным һәм ниһәйәт үттем. Проектың дүртенсе миҙгеле Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында төшөрөлдө. Иртәнән алып кискә хәтлем сьемкалар булды. Халыҡ кәсептәрен үҙләштерҙек. Ҡурай эшләү, ат дағалау, уҡ эшләү, ағастан айыу юныу, сыбыртҡы үреү һәм башҡа кәсептәренә өйрәндем...

Инсаф менән әңгәмә киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас