Ҡала малайы

Альберт Ғәлимов 6-сы класта "4" һәм " 5" билдәләренә генә уҡый, спорт менән дә дуҫ.

Ҡала малайыҠала малайы
Ҡала малайы

Альберт каникулдарҙы районыбыҙҙың Үрге Баба һәм Тамаҡ Баба ауылдарында йәшәүсе олатай-өләсәйҙәрендә үткәрә. Ҡалала тыуып үҫкән малай өлкәндәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы: мал да ҡараша. Өләсәһе Фәүриә һәм олатаһы Салауат Йосоповтарҙың йорт эштәрендә лә булыша. Бөтә эште лә үҙе белеп эшләй, әйткәндәрен көтөп тә тормай.
Альберт көҙгө каникулын да Үрге Баба ауылында бик файҙалы үткәргән. Аҙаҡҡы көндә быйыл ғына төҙөлгән, тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ "Нур" мәсетендә өмәлә ҡатнашып та өлгөргән.

- Уның иҙәнде тимер йыуғыс менән ышыҡып-ышҡып йыуыуына барыбыҙ ҙа таң ҡалдыҡ.

Материал гәзиттең йома һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас