

Был минең йөрәгемдә айырым урын биләп торасаҡ. Барлығы 10 ҡыҙ көс һынаштыҡ. Уларҙың һәр береһе үҙ факультеты исемен яҡланы. Мин үҙем уҡыған башҡорт филологияһынан ҡатнаштым. Шул хәтлем яҡшы атмосфера булды. Туғандарыңдың, дуҫтарыңдың, бөтә факультетыңдың ярҙамын тойоу үҙе бер ҙур ҡиммәтлек тип уйлайым. Был тағы ла яуаплылыҡты нығыраҡ өҫтәп, ҡанатландырып ебәрҙе.
Бәйге бер-нисә этаптан торҙо: башҡорт милли орнаменттары менән биҙәлгән кейем күрһәтеү, заманса уҡытыусы образын һынландырыу, ижади сығыш һәм киске күлдәктәрҙә дефиле.
Айзилә Буранованың еңеүе хаҡында гәзиттә баҫылды.